Ишеттегеҙме әле?
13 Декабря 2021, 11:33

Барыһы ла ышаныслы ҡулда

Яҙа-йоҙа ғына ишетелеп ҡалғайны, Анатолий Анатольевич Петрунин эшен ҡалдырған икән тип. Бына һиңә кәрәкһә, ғүмер буйы эшләп йөрөр һымаҡ ине лә баһа!

Барыһы ла ышаныслы ҡулдаБарыһы ла ышаныслы ҡулда
Барыһы ла ышаныслы ҡулда

Ябайлығы, кешелеклеге менән иҫтә ҡала ул, дауаханаларҙы бергә ҡушҡандарында ла, ҡайҙалыр койкалар һаны ҡыҫҡарһа-нитһә лә ул гел борсолодо, тыуған районы бит, баш табип, барыһы ла уның йөрәге аша үтә. 33 йыллап ғүмерен бағышланы ул Көйөргәҙе һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, бына әле сәхнәлә хушлашып тора.
- Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт, - тине А. Петрунин, - минең юлда гел яҡшы кешеләр осрап торҙо, һеҙҙең ҡулдарҙан да, Юлай Талха улы, Данил Зиннәт улы, гел ярҙам тойҙом. Олег Астахов, ҡала дауаханаһы баш табибы, бергә ҡушылғас, район өсөн йән атып тора - бөтәһе лә, ҡыҫҡаһы, ышаныслы ҡулдарҙа ҡала - шуға шатланам.

Пенсияға китеп барған кеше ныҡ борсолор, йәне үртәлер ине, Анатолий Анатолий улы, бик тыныс күренде.
- Ҡайҙа киттегеҙ, һеҙгә өйрәнелгән, беҙгә ҡыйын булыр?
- Маяҡ психоневрологик диспансерына.
- ???
- Директор урынбаҫары булып.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас