

Заводты һатыуға сығарыу 14 мартҡа планлаштырыла, унан инде көтөргә лә ултырырға - ҡотҡарыусы кем булыр?
Спирт-араҡы комбинатының бар мөлкәте бер лот менән китәсәк, йәғни, беҙҙеңсә әйтһәк, башы-тояғы менән бергә. Кемдер булған: эсендәге тимер-томорон ғына алырға ине, фәлән дә төгән. Хакимиәттә ҡырт киҫкәндәр: йөрөмә бында темеҫкенеп, башын башса, ҡулын ҡулса айырып бирмәйбеҙ, барыһы ла бергә - биналары, ере.
Апрель айҙарында билдәле буласаҡ, кем алды, алдымы, ғөмүмән. Ә хаҡы әлегә билдәһеҙ, хаҡты билдәләүсе белгес әле ауырып киткән, шәбәйеү менән, һуҙмай, эшен теүәлләп ҡуясаҡ. Бына ошо хәлдәр әлегә. Хәйерлегә булһын.