Ишеттегеҙме әле?
4 Апрель 2022, 09:32

Төклө аяғығыҙ менән!

Мобилизацион әҙерлек, граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы начальнигы. Исеме оҙон. Эше лә ауыр. 

Төклө аяғығыҙ менән!Төклө аяғығыҙ менән!
Төклө аяғығыҙ менән!

Ибраһимов Радик Әхтәм улы. Таныш булығыҙ тип әйтеү артыҡ, уны күптәр белергә тейеш. Ҡотлоюл ауылы егете. Колхозда эшләгән, аҙаҡ милицияла. Мораптал биләмәһендә, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районында участковый булған, Себерҙә прокуратурала ла эшләп өлгөргән. Ике юғары белеме бар - береһе ауыл хужалығы буйынса, икенсе - юридик. Ике балаһы бар. Еңгәбеҙ Ырымбурҙың үҙенән.
Бына, тыуған ил саҡырғас, Көйөргәҙе еренә ҡайтып төшкән. Эшләргә.
Радик Әхтәм улы беҙҙең менән ихлас һөйләште, бөгөн яңы вазифала беренсе көнө генә.
- Төклө аяғығыҙ менән, абзый. Эшегеҙҙә уңыштар. Гел генә кабинетта тыныс күңел менән ултырырға яҙһын - районда ул-был булмаһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас