Тағын ниндәй һайлау тип аптырамағыҙ (беҙ яҙғайныҡ та шикелле был турала, әллә иғтибарға алынманы - башҡа мәшәҡәттәр етерлек).
Район Советына депутат һайлауы булды. Берлектә яҙабыҙ, сөнки бер генә депутатты һайларға кәрәк ине. Шамил Зиятдинов муниципаль хеҙмәтҡә эшкә күсеү сәбәпле, (ул начальник булып китте) депутат ҡамытын сисеп ташлағайны, тимәк, йылы урын буш тора алмай, кемделер ултыртырға кәрәк. Яҡут-Көйөргәҙе округынан. Был округҡа Яҡут, Ҡалта, Красный Маяҡ, Көйөргәҙе, Яҙлау, Ҡотлоюл, Түбәнге, Урта, Үрге Бабалар инә. Бына кисә, шартына килтереп, һайлауҙарҙы үткәреп ҡуйҙылар.
Депутат булам тип ике кеше ҡуҙғалғайны - Евгений Сычев һәм Азат Кинйәғолов. Һөҙөмтә былай: А. Кинйәғолов 88,14% менән көндәшен уҙып киткән, һайлаусыларҙың 86,27%-ы һайлауға килгән.
Азат Әхтәм улы Киров хужалығында баш агроном булып эшләй (1985 йылғы), хәйер, быны барыһы ла беләлер.
Һыуәйҙәгеҙ, депутат сафтарына тиекме икән, эшегеҙҙә - тегеһендә лә, быныһында ла - бары тик уңыштар юлдаш булһын. Ҡотлайбыҙ!