Ишеттегеҙме әле?
7 Апрель 2022, 07:06

Күлдәктәр керһеҙ булһын

Ул әллә ҡасан булырға тейеш ине -ҡала башлығының пресс-конференцияһы. 

Күлдәктәр керһеҙ булһынКүлдәктәр керһеҙ булһын
Күлдәктәр керһеҙ булһын

Әллә нисә рәт күсерелде. Бөгөн мотлаҡ була тигәйнеләр - сәғәт 16.00 -да. Юҡ, быныһы ла булмай, тағы ла күсерелә тип, һөйөнсө алдылар.
Йәл. Һорауҙарыбыҙ әҙер, ятланып бөткәйне, хәйер, был һорауҙарға яуап бирергә Олег Юрьевич үҙе лә әҙер ине, алдан ҡарап сыҡты ла. Улай-былай сюрприз булып тормаһын тигәндер. Конференция булмауы икеләтә йәл - өҫ башты ла әҙерләп килгәйнек. Йыуынып, ҡырынып тигәндәй, өҫ-баш та ыҫпай. Йырҙа йырланғанса "Һинең өсөн генә килдем аҡ күлдәк кейеп". Аҡ күлдәктең дә кәрәге ҡалманы, юҡҡа тәләфләп, бысратып кейҙек. Аҡ кейемде йыуыуы ауыр, порошокка ла хаҡ артты, Зифа ғына керҙе ала алмаҫ.
Иртәгә беҙгә (ҡалаға ла, районға ла) Радий Хәбиров килә. Шул булдымы икән сәбәп был сараны күсерергә (хәҙер 26 -да була тинеләр), дөрөҫөндә, беҙҙең өҫ-баш нимә, ҡала-райондың йөҙө матур, күлдәге керһеҙ булһын. Әле бар көстәр шуға ташланған.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас