Ишеттегеҙме әле?
29 Май 2022, 04:54

Ер, аҡса, фатир, машина

Район чиновниктары килемдәре тураһында мәғлүмәт бирҙе.  

Ер, аҡса, фатир, машинаЕр, аҡса, фатир, машина
Ер, аҡса, фатир, машина

Район башлығы Юлай Ильясовтың былтырғы килеме  - 6 926 401,75 һум. Аҡсанан тыш, ҙур йорт, сит ил машинаһы, ҙур ғына майҙанлы ер участкаһы бар (ҡатыны менән берлектә). Башлыҡтың хәләл ефете, әйткәндәй, былтыр 4 500 000 һум аҡса эшләгән. 

Артабан беренсе урынбаҫар килә, Урал Ибраһимов, уның килеме 4 464 477,72 һум. Ике фатир, йорт, ер участкалары (шул иҫәптән, ауыл хужалығы тәғәйенешлеһе лә бар), машина, был машинаға таға торған арба... 
Инвестициялар өсөн яуаплы урынбаҫар Тимур Иҙрисовтың былтыр тапҡан барлыҡ аҡсаһы - 1 285 430,31 һум. Фатирҙар, йорт, ер участкаһы.... барыһы ла стандарт. 
Эштәр идарасыһы Айгөл Глущенконың йыллыҡ килеме былай - 1 779 559,98 һум. Айгөл Рәмил ҡыҙының да бар донъяға яр һалырлыҡ байлығы (чиновник күҙлегенән) юҡ кеүек, ер, фатир, йорт, иномарка. 
Төҙөлөш буйынса урынбаҫар Юнир Мәзитовтың байлығын, нисек әйтергә... яңы эшкә килде бит.... 165 581,09 һум, ҡыҫҡаһы. Йорто, фатиры, ере бар. Машинаһы юҡ, ҡатыны ғына машина йөрөтә - ЛАДА ВЕСТА. 
Финанстар өсөн яуаплы урынбаҫар Галина Артамкинаның барлыҡ йыллыҡ аҡсаһы - 1 337 520,89 һум. 
Ҡалғандарҙы һөйләп тороуы артыҡ - уларҙың тапҡаны миллионға ла етмәй. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас