Яңы вазифа менән. Башҡа матур теләктәр менән бер рәттән, оҙаҡ йылдар эшләргә, райондың финанс хәлен яҡшыртырға булһын тинек.
Теләктәр бойомға ашманы - райондың хәле бик яҡшырманы, буғай. Өҫтәүенә, Г. Артамкина бөгөн эшенән киткән. Бына һиңә кәрәкһә. Әлегә идараға яңы начальник юҡ. Кемдер тиҙҙән килер, әлбиттә, был юлы был кешегә бер һүҙ ҙә өндәшмәй генә ултырырбыҙ, моғайын.
Ә әле әйтәбеҙ: Галина Александровна, ҡайҙа эшләһәгеҙ, йөрөһәгеҙ ҙә, эшегеҙ аҡ, барған юлығыҙ хаҡ булһын.