Сәйфуллин Азамат Зәкәри улы тураһында әйткәнебеҙ.
Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә эшләп киткән (Ирәмәл-Инвест ойошмаһы), Күгәрсен районы башлығының финанстар, инвестициялар буйынса урынбаҫары булған, уңарсы райондың Пенсия фондын да етәкләгән. Хатта район башлығы ла булып алған. Ваҡытлыса. Һәм бына, ул беҙҙә.
Азамат Зәкәри улы, иртәгәнән башлап, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең финанс идараһы начальнигы булып эшкә тотона. Галина Артамкина икенсе эшкә күсә.
Уны күгәрсендәр маҡтап туя алмай (интернеттағы сәхифәләрҙән сығып һүҙ йөрөтәбеҙ), Рөстәм Баянов хатта уның тураһында "Һеҙ ҙур хәрефтән яҙа торған Кеше" тип ебәргән. Йәл, район башлығы булып тамырлана алманығыҙ...
Күгәрсендәр беҙгә яҡшы таныш халыҡ, унда һәр беребеҙҙең тиерлек туғаны йәшәй. Яңы етәксе лә беҙгә ҡандай туған булып китер һәм, бергәләп, күгәрсендәй гөрләшеп, эшләрбеҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ. Уңыштар!