Ишеттегеҙме әле?
30 Ноябрь 2022, 04:52

Ялған хәбәр

Социаль селтәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Азат Бадрановтың һәләк булыуы хаҡында хәбәр таралды.

Ялған хәбәрЯлған хәбәр
Ялған хәбәр

Кисәнән бирле интернет селтәрҙәрендә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тураһында имеш-мимештәр йөрөй. Имеш, Азат Шамил улы операция барышында һәләк булған.

Азат Шамил улының ғаиләһе менән бәйләнешкә инеүе, барыһы ла яҡшы булыуын, имен-аман хеҙмәт итеүе тураһында хәбәр ителә.

Халыҡтың ялған хәбәр таратыусыларға ышанмауын һорайбыҙ. Аллаһы бойорһа, егеттәребеҙҙе имен-һау ҡаршы алырға яҙһын.

"Ейәнсура таңдары" гәзите.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас