Все новости
Ишеттегеҙме әле?
28 Марта 2023, 15:46

Рәйес китте, рәйес килде.

Райондың ветерандар Советында үҙгәрештәр булды. 

Рәйес китте, рәйес килде.
Рәйес китте, рәйес килде.

Бөгөн Көйөргәҙе районы, моғайын, тарихтың бер битен ябалыр. Ветерандар ойошмаһы етәксеһе Михаил Лященко урынынан китте. Михаил Викторовичты беҙ яңы ғына ҡотлаған һымаҡ инек, ул 2019 йылдың июль айында рәйес булғайны. Һәм әле уны урынынан алдылар. Залда ултырған ололар барыһы ла тиерлек За тине, бер кеше генә ҡаршы булды. 

- Хәҙер оҡшамаған һорауҙар биреүсе кеше булмаҫ инде, - тип ҡуйҙы береһе, уфтанып. 
Урынына кем? Фәнир Малбаев. Ҡайҙа тыуған, нимә эшләгән, һөйләп тороуы артыҡ, уны белмәгәне һирәк. Фәнир Саҙретдин улына уңыштар теләйбеҙ, ә М. Лященкоға - бәхетле ҡартлыҡ.
Автор:
Читайте нас: