Все новости
Ижтимағи тормош
22 Мая 2018, 12:25

БЕРЛӘШМӘЛӘР КҮБЕРӘК БУЛҒАН ҺАЙЫН…

Үткән шәмбе Өфөлә Республика Ата-әсәләр форумы үтте. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһында икенсегә ойошторолдо.

Үткән шәмбе Өфөлә Республика Ата-әсәләр форумы үтте. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһында икенсегә ойошторолдо.

Конгресс-холда үткән быйылғы форум бала хоҡуҡтарын яҡлау, йәмәғәтселекте социаль әһәмиәттәге эштәргә йәлеп итеү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары көстәрен берләштереү, ғаиләләр менән эшләү йүнәлеше буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, эш һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы маҡсат итте. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаттары Йомабикә Ильясова менән Эльвира Айытҡолова, дәүләт власы органдары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашлығында үткән ошо абруйлы сарала Көйөргәҙенән район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова һәм 5 ата-әсә: Ермолаевоның 1-се мәктәбенән Рәмилә Әхмәтова, Ермолаевоның “Башаҡҡай” балалар баҡсаһынан Юлиә Захарова, Көйөргәҙе мәғариф бүлегендә инженер-программист булып эшләгән Ринат Амангилдин, Яҡшымбәт мәктәбе берләшмәһенән Эльмира Саттарова, Ермолаевоның 2-се мәктәбе исеменән район дауаханаһында эшләүсе врач-педиатр Светлана Фазылова ҡатнашты.

Сара барышында Рөстәм Зәки улы ғаиләләр ҡатнашҡан төрлө маҡсатлы программалар булыуы хаҡында ентекле һөйләне. Йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәкте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рөстәм Хәмитовтың: “Һәр ғаилә лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш. Шулай уҡ үҙҙәренең йәмәғәтселеккә кәрәк икәндәрен даими тойорға тейеш. Яңы тыуған бала лайыҡлы белем алырға, һаулығын нығытырға, етеш ғаиләлә йәшәргә тейеш. Беҙҙең бурыс шуны тәьмин итеү,” – тигән һүҙҙәрен форум делегаттары хуплап ҡаршы алды.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығын республикабыҙҙа айырылышыуҙар күп булыуы ла хафаландыра. Аҙаҡ Рөстәм Зәки улы республиканың лайыҡлы 4 ғаиләһенә, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлағандары һәм яҡлағандары өсөн, “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалдарын тапшырҙы.

Сара сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыу майҙансыҡтары, ата-әсәләр өсөн консультация хеҙмәттәре эше лә ойошторолдо.



Ләйсән НУРИӘХМӘТОВА, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы:

- Бындай форум тәүге тапҡыр Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән 2017 йылдың 1 июнендә үтеп, үҙ майҙансығында 500-ҙән ашыу ата-әсәне йыйғайны. Был юлы ла ата-әсәләр күп булды. Быйылғы форумда ҡатнашыусылар заманса белем биреүҙә ата-әсәләр берләшмәләренең ролен тикшерҙе. Форум балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың проблемаларын иҫкәртеүгә һәм асыҡлауға йүнәлтелде. Шулай уҡ күп урындарҙа ата-әсәләр берләшмәһе булдырыу кәрәклеге хаҡында һүҙ алып барылды. Мәктәптә генә түгел, ә һәр йортта, урамда һәм башҡа урындарҙа ошондай берләшмәләр күберәк булған һайын, балаларға иғтибар ҙа нығыраҡ артасаҡ.

Ғөмүмән, форумдан ата-әсәләр үҙҙәре өсөн күп белем алды. Балаларҙы әрләп түгел, ә дуҫлыҡ аша ғына уларҙың нимә менән шөғөлләнгәндәрен белеп булыу тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә файҙалы ине.



Рәмилә ӘХМӘТОВА, Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбе ата-әсәләр комитеты рәйесе:

- Мин баш ҡалабыҙҙа үткән республика ата-әсәләр форумында 2-се тапҡыр ҡатнаштым һәм миңә ныҡ оҡшаны. Үҙем өсөн күп нәмә алдым һәм ошо ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрем менән мәктәбебеҙҙең ата-әсәләре менән дә һис шикһеҙ бүлешәсәкмен.
Читайте нас: