Һуңғы йылдарҙа ағинәйҙәрҙең эшмәкәрлеге, бөтә республика кимәлендә әүҙемләште. Халҡыбыҙҙың ырыҫын, ҡотон, йолаларын һаҡлап, туған тел мәсьәләләрен иң төп бурыс итеп алып, Башҡортостаныбыҙҙың ағинәйҙәре төрлө райондарҙа күркәм саралар ойоштороп тора. Июлдә бөрйәндәр ағинәйҙәрҙе ҡунаҡҡа йыйһа, бына хәҙер сират Мәләүезгә лә килеп етте.
Был көндө Мәләүез ҡалаһы мәҙәниәт һарайы алдында тирмәләр ҡоролған, аллы-гөллө милли кейемдәге кешеләр менән тулы булып, һабантуй майҙанын хәтерләтеп торҙо.
Республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығышынан, 10 район-ҡаланан, килгән ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алып, тирмәләрҙә ҡуйылған күргәҙмә, аш-һыу төрҙәре менән ентекле таныштырғас, ағинәйҙәрҙе тамашалар залына саҡырҙылар. Килгән ҡунаҡтарҙы Мәләүез ҡалаһы депутаттарының Советы рәйесе Лилиә Һөйәрғолова сәләмләне, ҡала һәм районда ағинәйҙәр башҡарған эштәр тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтте.
Республикабыҙҙың төп ағинәйе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева иң әүҙем эш алып барған Мәләүез ҡалаһы һәм районы ағинәйҙәрен Маҡтау хаттары менән бүләкләне, уларға артабанғы эштәрендә уңыштар теләне. Был сарала ҡатнашлыҡ иткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова ла ҡоролтай исеменән Рәхмәт хаттары тапшырып, ағинәйҙәр өсөн хәҙерге ваҡытта, иң изге бурыс, иң төп бурыс булып тел мәсьәләһе торғанлығына баҫым яһаны. Ата-әсәләр менән әүҙем эш алып барырға кәңәш итте. Сөнки башҡорт теле мәктәптәрҙә мотлаҡ өйрәнелергә тейеш булған предметтар исемлегенә индерелһә лә, күпселек атай-әсәйҙәр йә БДИ-ны, йә баланың уҡыуын еңелләштереүҙе һылтау итеп «туған урыҫ теле» дәрестәрен һайлап алыу осраҡтарының йышайыуын ныҡлап әйтте. Тағы ла һәр ауылдағы балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре мотлаҡ булырға тейешлеген дә һыҙыҙ өҫтөнә алды.
Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары Мәләүез ҡала һәм район ағинәйҙәре сығыштары менән аралашып барҙы. «Мәләүез ынйылары» фольклор коллективы ҡунаҡтарға «Бәпес ҡотлау» һәм «Ҡорот байрамы» йолаларын күрһәтһә, Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәре башҡарыуындағы йырҙар, Корнеевка ауылының «Ашҡаҙар» ансамблдәре сығыштары бигерәк тә фәһемле булды.
Был сарала Көйөргәҙе районы ағинәйҙәре лә ҡунаҡ булып йөрөп ҡайтты. Шәбағыш ауылынан Фәйрүзә Күсәрбаева, Ермолаево ауылынан Рәйсә Ғәлимова һәм Миңзиә Ҡотлоәхмәтовалар ҡатнашты.