Все новости
Ижтимағи тормош
9 Октября 2018, 13:14

ӘҮҘЕМЛЕККӘ ҠЫУАНДЫ

Үткән шәмбе Йомағужа ауылында яҙыусы, журналист, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева халыҡ менән осрашты.

Үткән шәмбе Йомағужа ауылында яҙыусы, журналист, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева халыҡ менән осрашты. Осрашыуға район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова, районыбыҙ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова, “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Тамара Малбаева һәм Илкәнәй, Таймаҫ, Шәбағыш, Ермолаево ауылдарынан ағинәйҙәр, уҡытыусылар килгәйне.


Мәрйәм апай осрашыуҙы халҡыбыҙҙың үҙ эпосы, йолалары, ҡоралдары булыуы менән ғорурланыуҙан башланы. Үҙ туған телеңдә аралашыу – нервыларҙы дауалай, инфаркттан һаҡлай, тигән фекерҙә ул.

- Ғаиләлә мотлаҡ туған телдә һөйләшергә кәрәк, үҙ балаларыбыҙҙы моңһоҙ ҡалдырмайыҡ. Үҙ туған теленең ҡәҙерен кеше бигерәк тә олоғая барған һайын һиҙә, унда һағыныу тойғоһо нығыраҡ уяна, - тине Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы.

Тәрбиә тураһында һүҙ сыҡҡас, Шәбағыш ауылы ағинәйе Фәйрүзә Камалова һүҙ алды: “Мине улдарыбыҙ яҙмышы борсой. Ир-егеттәрҙең күбеһе Себер тарафтарына эш эҙләп сығып китә. Ә улдарҙы тәрбиәләү әсәләр иңендә ҡала. Улар улдарын ҡыҙҙар кеүек тәрбиәләй, шуға киләсәктә ысын атай тәрбиәһе алмаған егеттәр булмаҫ, тип борсолам. Етмәһә, шунлыҡтан ғаиләләр ҙә тарҡала. Ситкә китмәҫтәр ине, үҙебеҙҙә эш юҡ. Шуға ла хәҙер ауылдарҙа 50-гә яҡын өйҙәр буш тора”, - тине ул әсенеп.

- Үҙебеҙҙә лә ялҡаулыҡ көслө, тәүәккәллек юҡ беҙҙә. Башҡа кешеләрҙе, йә власте генә ғәйепләргә ярамай бар ерҙә, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡайғыртайыҡ. Эш юҡ, тип ситкә сығып китергә беләбеҙ, ә урында үҙ эшебеҙҙе асырға йыбанабыҙ. Бына, мәҫәлән, ошо Йомағужа ауылына хәҙер өс ҡытайҙы алып кил әле, барыһын да аяҡҡа баҫтырасаҡтар. Үҙҙәренең эшен асып, халыҡты ла эш менән тәьмин итәсәктәр, ә беҙҙекеләр ниңә тәүәккәллек күрһәтмәй? Йомшаҡ ағастан орсоҡ яһап һатығыҙ, йөндән юрғандар, мендәрҙәр яһап һатығыҙ. Юҡ, беҙ бит элекке замандағы һымаҡ һаман бригадир килеп тәҙрә шаҡып эшкә саҡырғанын көтәбеҙ. Бар нәмәгә лә теләк кәрәк, теләк булһа, барыһы ла була”, - тине Мәрйәм апай.

Йомағужа ауылынан Раҡыя Исмәғилова ла тыңлаусы булғанда үҙ эсен бушатып ҡалырға ашыҡты: “Тырышалар инде, барыһы ла үҙенсә булыша. Күпләп мал аҫраусылар ҙа етерлек беҙҙә. Кемдең тракторы бар, шул эшләй, ә кемдеке юҡ, ул нимә эшләһен? Егеттәр ауылдағы бер ташландыҡ келәтте алабыҙ, тип йөрөнөләр, уны ла бирмәнеләр. Шулай булғас, властан айырым ғына нисек йәшәйек?” – тине ул. Йомағужа ауылы старостаһы Заһит Сафин да көтөүлек юҡлығы хаҡындағы борсолоуын әйтте. Шулай уҡ үҙ эшеңде асыу менән дә күтәреп алыусылар булмауына хафаланды. “Картуф үҫтерҙек, әммә һата алмай йонсоноҡ”, - тине был уҙаман.

Артабан һүҙҙе Таймаҫ ағинәйе Рәйлә Мәһәҙиева алды. Ул: “Мәрйәм апай алып барған эштәргә байҡау яһап, уның алдында баш эйәбеҙ, - тине. – Тик БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һеҙҙең кеүек үҙ телен, милләтен яратҡан кешеләр депутат булып үттеме һуң? Юҡ бит. Ә үҙ мәнфәғәтебеҙҙе ҡайғыртҡан “халыҡ ялсылары” күберәк булһа, бөгөнгө проблемаларҙы хәл итеүе күпкә еңелләшер ине. Депутатыбыҙ юҡ, тип ҡайғырырға түгел инде бындай осраҡта, туған телдә дәрестәр уҡытыу юғалмаһын өсөн, ошо әле һайланғандарҙан талап итәйек”, - тине ағинәй.

Юлай Ишмөхәмәтов ҡасандыр үҙен уҡытҡан Мәрйәм Бураҡаеваға кластары исеменән сәскә гөлләмәһе бүләк итте.

– Тел-тел, тибеҙ. Ә районыбыҙҙа донъя күргән берҙән-бер милли гәзитебеҙ “Юшатыр”ға яҙылдығыҙмы? - тип ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға өндәне барыһын да Юлай Юныс улы.

Ошо ғына һорауҙы көтөп ултырғандай, халыҡ тағы ла әүҙемләнеп китте. “Беҙгә гәзит-журналдар айына бер тапҡыр ғына таратыла”, - тип асыуҙарын еткерҙе улар. Был һорауҙы Илкәнәй ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зөлфиә Араптанова халыҡ менән осрашыуҙа тикшерербеҙ, - тип вәғәҙә итте.

Халыҡ, ысынлап та, ныҡ әүҙем булды. Осрашыу һуҙылған һайын, кешеләр ҙә асылып китте. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын әйтте. Район күләмендә, ауыл советында хәл ителә торған һорауҙарҙы ла халыҡ Мәрйәм Бураҡаеваға яуҙырҙы. Мәрйәм апай береһен дә бүлдермәне, барыһын да тыныс ҡына тыңланы. Үҙенең һәр ваҡыттағыса аҡыллы ла, урынлы ла һүҙҙәре менән яуап бирҙе.

- Ысынлап та, һеҙ - ил инәһе. Һеҙҙең һәр һүҙегеҙ күңелгә шифа булып ятты. Һеҙҙе көндәр буйы тыңларға ла ризабыҙ. Осрашыуҙа һеҙгә ҡағылышлы ла, ҡағылышлы булмаған да һорауҙарыбыҙҙы яуҙырҙыҡ. Беҙҙе тыныс ҡына тыңлап, аңлай белгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тинеләр осрашыуға килгән кешеләр һәм Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын тағы ла үҙҙәренә саҡырып ҡалдылар.

Мәрйәм апай ҙа халыҡтың әүҙем булыуына ҡыуанды. “Һеҙ үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарығыҙҙы күтәрәһегеҙ икән, тимәк, беҙ йәшәйәсәкбеҙ”, - тип ҡыуанды ул.

Районыбыҙҙың “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы исеменән Тамара Малбаева Мәрйәм Бураҡаеваға шәл бүләк итте. Йомғаҡлап әйткәндә, осрашыу фәһемле булды.
Читайте нас: