Все новости
Ижтимағи тормош
9 Октября 2018, 10:53

ҠУНАҠ АШЫ – ҠАРА-ҠАРШЫ

Яҡшымбәт ауыл советына ҡараған "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары булған Көйөргәҙе ағинәйҙәре лә тик ятмайҙар.

Яҡшымбәт ауыл советына ҡараған "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары булған Көйөргәҙе ағинәйҙәре лә тик ятмайҙар. Яңы ғына ололар байрамын үткәреүгә ҡарамаҫтан 5 октябрь көнө улар тағы ла ҡунаҡ йыйҙы.


Күптән түгел үҙҙәре лә Ҡотлоюл ауылы ағинәйҙәрендә "Баш ите" йолаһы һыйында булып ҡайтҡайнылар. Байрам Миңлегөл Боҫҡанова апайҙың өйөндә ойошторолдо. Ҡунаҡҡа Түбәнге Бабалар, Үрге Бабалар, Ҡотлоюл ағинәйҙәре саҡырылғайны. Бер юлы Үрге Бабалар ауылынан хажиә Кәримә (Рима) апай менән дә осрашыу ойошторолдо. Ул хаж тәьҫораттары менән уртаҡлашты, аяттар уҡыны.

Кәримә (Рима) апай хаждан алып ҡайтҡан зәм-зәм һыуын да күстәнәскә тотоп килгәйне. Рәхмәттәр әйтеп, теләктәребеҙҙе теләп изге һыуҙы ауыҙ иттек.

Был көн беҙҙең өсөн икеләтә байрам булды. Арабыҙҙа уҡытыусы апайҙарыбыҙ ҙа бар ине. Уларҙы ла һөнәри байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәр әйттек. Ҡунаҡ бик матур үтте, күрше ауыл ағинәйҙәре үҙ рәхмәттәрен әйтеп, бер-береһенә изгелектәр теләп таралыштылар.
Читайте нас: