Все новости
Ижтимағи тормош
13 Ноября 2018, 12:12

РӘЙЕС АЛМАШЫНДЫ

Кисә район хакимиәтендә Район ветерандар советы ағзалары йыйылышты. Улар был көндө Ветерандар советына яңы рәйес һайланылар.

Кисә район хакимиәтендә Район ветерандар советы ағзалары йыйылышты. Улар был көндө Ветерандар советына яңы рәйес һайланылар.


Белеүегеҙсә, райондың ветерандар советын 2000 йылдан алып Алексей Тарасов етәкләне. Һаулығы насарайыу сәбәпле, ул рәйеслектән китергә мәжбүр булды. Алексей Павловичты районда белмәгән кеше юҡтыр. Шулай ҙа тағы бер ҡабатлап китеү яҙыҡ булмаҫтыр. 85 йәшлек Алексей Тарасов йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, Геройҙарыбыҙҙың, һуғыш һәм хеҙмәт, тыл ветерандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса бик күп эштәр башҡарған кеше. Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1988-1991 йылдарҙа СССР-ҙың Юғары Советы депутаты ла булды ул. Почет Билдәһе, Ленин, Октябрь революцияһы, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнгән.

Алексей Тарасов үҙенең эшләгән йылдары буйынса отчет доклады һөйләгәс, уға рәхмәттәр әйтеп сығыш яһаусылар күп булды. Барыһы ла уның был хеҙмәтте яуаплы башҡарыуы, күп нәмәләр эшләнеүен билдәләне.

Сарала ҡатнашыусы БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) БР советы рәйесе Валерий Шәрипов Алексей Тарасовҡа, Ермолаево Үҙәк дауаханаһы ветерандары рәйесе Наталья Полишоваға, коммуналь хужалыҡ ветерандарын етәкләүсе Вера Щуреваға һәм Яҡшымбәт ауыл советы ветерандары рәйесе Фирҙәүес Дәүләтшинаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Алексей Павлович депутатҡа Кинйә Арыҫланов музейына республика статусы биреүенә ирешергә кәрәклеге хаҡында ла әйтергә онотманы. Шулай уҡ район хакимиәте һәм Ветерандар советы исеменән бик күптәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды, ә Алексей Павлович Ветерандарҙың республика ойошмаһының Почет Китабына индерелеүе тураһында танытмалы булды.

Район ветерандары советына яңы рәйес итеп был көндө Валерий Кирюшин тәғәйенләнде. Валерий Иванович һөнәре буйынса уҡытыусы, Көйөргәҙе районы Советы сәркәтибе вазифаһынан хаҡлы ялға сыҡҡан.
Читайте нас: