Все новости
Ижтимағи тормош
30 Ноября 2018, 14:20

ЯҢЫ РӘЙЕС КИЛДЕ

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында йәмәғәт ойошмаһы рәйесе яңынан һайланды.

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында йәмәғәт ойошмаһы рәйесе яңынан һайланды. Әмир Ишемғоловты Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин алмаштырҙы. Ул - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 9-сы етәксеһе.

Ә. Ишемғолов йәмәғәт ойошмаһы рәйесе вазифаһын ҡалдырыу тураһындағы ҡарарын 2021 йылда Өфөлә 47-се «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар конгресын үткәреүгә ныҡлап әҙерләнеү кәрәклеге менән бәйләй.

БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНЫҢ ЯҢЫ РӘЙЕСЕ ДАНИР ҒӘЙНУЛЛИНДЫҢ ОЙОШМАНЫҢ КИЛӘСӘК СТРАТЕГИЯҺЫ ТУРАҺЫНДА:

- Һуңғы йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күберәк республика власы мәнфәғәтен үткәреү менән генә мәшғүл булды. Асылда, Ҡоролтай башҡорт халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртырға, уның ҡарашын республика власына еткереү өсөн ҡулланылырға тейеш. Заман үҙгәреү сәбәпле, хәҙерге көндә беҙ заманса фекерләгән, заман менән бергә атлаған башҡорт егеттәрен һәм ҡыҙҙарын, алдынғы ҡарашлы башҡорттарҙы Ҡоролтай янында тупларға һәм ошо юлдан барырға бурыслы.
Читайте нас: