Все новости
Ижтимағи тормош
17 Июля 2019, 10:27

Бүләктәр ҙә, тәҡдимдәр ҙә етерлек ине

Республикабыҙҙа «Ағинәйҙәр» ойошмаһы йыйындары күркәм бер мәҙәни сараға әйләнеп китте. Онотола башлаған ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнеп, яңыртыу, боронғо башҡорт халыҡ кейемдәрен тергеҙеү булһынмы - был саралар бик күркәм, байрамса үткәрелә башланы. «Өләсәйҙәр дауаханаһы» - исеме, аҫтында үткән мәҙәни сара Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы эргәһендәге «Тоҙлокүл» - тип исемләнеп йөрөтөлгән урында 12 июлдә үткәрелде.

Республикабыҙҙа «Ағинәйҙәр» ойошмаһы йыйындары күркәм бер мәҙәни сараға әйләнеп китте. Онотола башлаған ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнеп, яңыртыу, боронғо башҡорт халыҡ кейемдәрен тергеҙеү булһынмы - был саралар бик күркәм, байрамса үткәрелә башланы.

«Өләсәйҙәр дауаханаһы» - исеме, аҫтында үткән мәҙәни сара Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы эргәһендәге «Тоҙлокүл» - тип исемләнеп йөрөтөлгән урында 12 июлдә үткәрелде.

Был ғәжәйеп мәҙәни сараға республикабыҙҙың ун ике районынан «Ағинәйҙәр» ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Көн эҫе генә булыуға ҡарамаҫтан, «Ағинәйҙәр» һәр бер районға ғына хас булған башҡорт халыҡ кейемендә инеләр.

Ҡунаҡтарҙы Яңы Мораптал ауылы мәҙәниәт йортонда ҡаршы алып, Баязит Бикбайҙың, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың йорт музейҙарына экскурсия яһанылар. Һуңынан инде бөтә ҡунаҡтар Яҡут ауылы эргәһендге Тоҙлокүлгә юлландылар. Бында сәхнә яҡтыртылған, ҡунаҡтар ултырыр өсөн ултырғыстар ҡуйылған, ҡояш ҡыҙҙырмаһын өсөн япмалар ҙа эшләнгән.

Һәр бер ауыл биләмәһенә берәр район вәкилдәре теркәлгән. Уларҙың барыһын да сәй эсереп, төрлө-төрлө тәмлекәстәр менән һыйлап алдылар. Шунан һуң инде рәсми рәүештә сара асылыуы иғлан ителде.

Йыйынды Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль-сәйәсәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина ҡотлау һүҙҙәре менән башлап ебәрҙе. Унан һүҙ ошо сараны үткәреүгә тос өлөш индергән, Көйөргәҙе районы ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Тамара Рәшит ҡыҙы Малбаеваға бирелде. Артабан һүҙҙе Яҡут күлен тергеҙеүсе, ошо эштең башында тороусы Рәжәп Рамаҙан улы Юлбарисов дауам итте. Ул инде ҡунаҡтарҙы Яҡут күле, уның батҡағы тураһында төплө мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Яҡут күленең, уның батҡағының ниндәй ауырыуҙарҙан дауа булып тороуын әйтеп үтте. Өфө ҡунаҡтары: «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, Республикабыҙҙың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина, сәсәниә Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров сығыш яһанылар, ҡотлауҙар һәм бүләктәр тапшырҙылар. Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов, яҡташыбыҙ, Татарстандың «Иҙел-Урал» хәйриә фонды етәксеһе, Татарстан яҙыусылар союзы ағзаһы Рәкит Әбделмәнов та бик ҡыҙыҡлы сығыш яһап, үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙылар.

Районыбыҙҙың баш ағинәйе Тамара Малбаеваға, Стәрлебаш ағинәйҙәре етәксеһенә - Зариф Байғусҡаров исемле сәғәттәр бүләк итте. Аҡһары ауылы ағинәйе Гөлсөм Сәлихованы һәм Көйөргәҙе районы баш ағинәйе Тамара Малбаеваны «Ҡатын ҡыҙ - милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнеләр. Килгән ҡунаҡтарыбыҙ береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Районыбыҙҙың ағинәйҙәре килгән ҡунаҡтарға төрлө-төрлө бүләктәр әҙерләгәндәр. Үлән сәйҙәре, сигеү, ҡул эштәре һәм башҡа бик күп төрлө әйберҙәр алдан уҡ әҙерләнеп ҡуйылған.

Килгән ҡунаҡтар ҙа сығышһыҙ ҡалманылар. Улар сараның бик фәһемле, еренә еткереп эшләнеүе тураһында әйттеләр, ҙур рәхмәттәрен белдерҙеләр.

Сара Өфөнән һәм райондарҙан килгән ҡунаҡтар менән түңәрәк өҫтәл артында дауам итте. Төрлө һорауҙар күтәрелде, фәһемле мәсьәләләр хаҡында етди һөйләшеүҙәр булды. Айырыуса ағинәйҙәр ойошмаһының матди-техник базаһын нығыту кәрәклеге билдәләнде. Депутат Зариф Байғусҡаровҡа мәктәптәрҙә башҡорт телен предмет булараҡ уҡытыуҙы закон менән нығытыу зарурлығы хаҡында ныҡлап әйтелде. Пенсия буйынса һорауҙар күп булды. Киләһе осрашыу урыны тураһында ла фекер алышынды.

Сараны ойоштороусылар ошо ҡорҙо үткәреүгә ҙур матди ярҙам күрһәткән Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясовҡа, «Яҡут» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Рәжәп улы Юлбарисовҡа, Яңы Мораптал ауылы эшҡыуары Рәмил Ғиләж улы Туҡаевҡа, Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәксеһе Дамир Таһир улы Байгилдинға, районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, Көйөргәҙе районы ағинәйҙәренең гимнын яҙған һәүәҫкәр композитор Йәүҙәт Усмановҡа бик ҙур рәхмәттәрен еткерә.

Иң оло рәхмәтебеҙ, әлбиттә, сараны юғары кимәлдә үткәреүгә күп көс һалған районыбыҙҙың ауыл биләмәләре ағинәйҙәренә. Уларға таҙалыҡ, һаулыҡ, иман байлығы, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар юлдаш булһын.
Читайте нас: