Все новости
Ижтимағи тормош
13 Февраля 2020, 12:03

Күмертау Путинды ла уҙып киткән

Яңыраҡ ҡына бер ауыл башлығы менән һөйләштек: халыҡ ныҡ мыжыҡҡа әйләнде, саҡ ҡына бер нимә булһа, тота ла ялыу яҙа башлай, элек, мәҫәлән, бот төбөнән ҡар кисеп йөрөгәнен онотҡан, хәҙер буран бөткәнен дә көтөп тормай, минең урамдан сығырлыҡ та түгел, шыуышып йөрөйкмө ни тип ялыуын әтмәләй башлай, тип үҙ зарын һөйләп алды.

Яңыраҡ ҡына бер ауыл башлығы менән һөйләштек: халыҡ ныҡ мыжыҡҡа әйләнде, саҡ ҡына бер нимә булһа, тота ла ялыу яҙа башлай, элек, мәҫәлән, бот төбөнән ҡар кисеп йөрөгәнен онотҡан, хәҙер буран бөткәнен дә көтөп тормай, минең урамдан сығырлыҡ та түгел, шыуышып йөрөйкмө ни тип ялыуын әтмәләй башлай, тип үҙ зарын һөйләп алды. Тормошта кешегә һәр саҡ нимәлер етмәй, бер нәмәһе булһа, икенсеһе кәрәк. Власть барыһын да эшләргә, өлгөрөргә тейеш тип уйлау – ерле юҡҡа уларға ҙур эш хаҡы түләмәйҙәр бит.
Беҙҙең республикала урындағы түрәләр менән ҡәнәғәтме тигән һорау алыу алып барыла. Былтырғы йыл йомғаҡтары былайыраҡ:
Күмертауҙағы халыҡ хакимиәт менән 97,74%-ҡа ҡәнәғәт. Был күрһәткес ныҡ ҙур, күпме генә әрләһәләр ҙә, ҡала башлыҡтары шәп эшләй икән. Был процент хатта Путиндың рейтингыһын уҙып киткән – уңайһыҙ. Һорау алыуҙа 221 кеше ҡатнашҡан.
Көйөргәҙе районындағы халыҡ мыжығыраҡтарымы - район түрәләренең эше менән 78,64% халыҡ ҡәнәғәт. Был һан республиканың уртаса күрһәткесенән аҙыраҡ хатта. Районда һорау алыуҙа 237 кеше тауыш биргән.
Читайте нас: