«Юшатыр» гәзитенең 7 февралдәге һанында Кинйәбай ауылы халҡының: «Ауылда ныҡ ҡараңғы, төнөн күҙгә төртһәң дә бер ни күренмәй», - тигән ялыуҙарын баҫҡайныҡ. Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов өҫтәмә лампочкалар ҡуябыҙ, тип вәғәҙә иткәйне. Бына кисә Кинйәбай ауылында быға тиклем булғандарына өҫтәп, тағы ла 4 өҫтәмә лампочка ҡуйҙылар. Кинйәбайҙар башҡа ауылда төнөн ҡараңғы тип зарланмаҫтар, тигән ышаныста ҡалабыҙ.