Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәй, КүмАПП-ны тиҫтәләгән йылдар ябабыҙ, күпме ваҡыт: бөттө, ябыла, тигән һүҙҙәр менән өркөтәләр. Заводтың эштәре улай уҡ насар түгел - киләһе йылға вертолет заводы килемен икеләтә арттырырға йыйына - 10 млрд. һумға тиклем. 2022 йылға тиклем 20 яңы вертолет эшләү һәм шулай уҡ 20 вертолетты ремонтлау планшлаштырыла. Быларынан тыш, 2022-2027 йылдарҙа 70 яңы машинаға заказ көтөлә.
...Йә санкциялар, йә короновирус тураһында алама хәбәрҙәр араһында, ниһайәт, һәйбәт яңылыҡ, бөгөнгө көн һымаҡ: ҡуйы томанды ҡояш нурҙары йыртып асты.