Все новости
Ижтимағи тормош
3 Марта 2020, 17:43

4 МАРТТАН БАШҠОРТОСТАНДА ПЕНСИЯЛАРҘЫ ВАҠЫТЫНАН АЛДА ТАРАТЫУ БАШЛАНА

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан 4 марттан Башҡортостанда пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе ваҡытынан алда таратыу башлана. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр.

4, 5, 6 һәм 7 мартта хат ташыусылар байрам һәм ял көндәре өсөн пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе тарата. Аныҡ даталар февраль пенсия квитанцияларында күрһәтелгәйне.

«10 марттан түләүҙәр график буйынса таратыла, — тип белдерҙеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идаралығында. — Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 12 марттан башлап күсерелә».

Башстаттың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер республикала яҡынса 1,188 миллион пенсионер иҫәпләнә. Уларҙың 1,090 миллионына страховкаһы пенсия түләнә.

2019 йылдың 1 октябренә ҡарата, Башҡортостанда уртаса пенсия – 13,7 мең һум.
Читайте нас: