Все новости
Ижтимағи тормош
29 Сентября 2020, 14:00

Табыш

Үтте был матур көн, үтте ярыш. Нимә генә тимә, был сара, ҡатнашҡандар өсөн, балыҡ тота алдымы ул, юҡмы, оло табыш булды. Тормош юғалтыу-табыштарҙан тора, табыштарыбыҙ юғалтыуға ҡарағанда күберәк булһын ине – ҡармаҡтарыбыҙға ҙур суртан булмаһа ла, сабаҡтар эләккеләп торһон.

Кемдең башына килгән ниәттер: Балыҡсылар ярышын уҙғарыу. Балыҡ тотоу – һөнәр генә түгел, бәғзе кешенең булмышы, йәшәү рәүеше. Совет заманындағы кеүек, башың ҡайҙа һуҡты, шунда сыҡтың да киттең түгел хәҙер, замандар бүтән, ҡармаҡ тотоп барып ултырыр ер аҙайҙы – капитализм, һәр быуаның үҙ хужаһы. Шулай ҙа балыҡ балыҡ инде, үҙенә тарта, ылыҡтыра, ҡармаҡһыҙ – донъя һанһыҙ тип йәшәп өйрәнгәндәр, нисек тә балыҡ тотоу юлын таба, быуа хужаһына аҡсаһын түләргә лә әҙер.
Был ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс шөғөл буйынса ярыш үткәрергә кәрәк тинеләр район хакимиәтендә, былтыр бындай сара Мәмбәтҡолда үткәйне, быйылғыһын Бахмут быуаһында үткәрергә ҡарар иттеләр – көҙҙөң матур мәлендә тәнде бер яҙып алһындар әле.
Бахмут – күлдәр иле икән, был ауылда ике генә быуа бар тиһәк, улар күберәк булып сыҡты. Рәхмәт, совет ата-бабаларына, төҙөгәндәр тек төҙөгәндәр. Хәҙер дәүләттеке түгел улар. Хакимиәт Бахмуттың бер быуаһы хужаһы менән - Игорь Владимиров – һөйләшкәндәр ҙә (биреп тор бер көнгә быуаңды), балыҡсылар ярышын үткәрҙеләр. Хакимиәт, райондың һунарсылар һәм балыҡсылар ассоцияцияһы һәм беҙ. Беҙ тигәне – “Юшатыр” гәзите, әйҙәгеҙ, ойоштороусы булаһығыҙмы тип өндәшкәйнеләр, һайт тигәнгә тайт тип өйрәнелгән, булабыҙ тинек. Тик бүләк алып килегеҙ. Ярар.
Бүләк тигәндән. Ярыш бүләкһеҙ булмай, ул булһын өсөн бағымсылар кәрәк. “Юшатыр” гәзитенән тыш, фермерҙар В. Марфин, А. Марфин, «Рыболов Мастер» (А. Чепик), «Спорт и туризм» (И. Сабитов), киң күңелләнеп, сараның бағымсылары булды.
Таң артыр-атмаҫтан, үләндәге ысыҡ кибеп тә бөтмәҫтән, барыһы ла бында ине - Бахмут быуаһында. Һәммәһе 20-нән артыҡ балыҡ ене ҡағылған кеше килде, спорт, йәштәр комитеты рәйесе В. Копыловтың фатиха һүҙҙәрен тыңлағас, һәр береһе үҙенә уңайлыраҡ урын һайланы һәм китте - донъялағы иң сихри шөғөл - балыҡ тотоу.
Тулы материал 78-се һанда.
Читайте нас: