Был атаҡлы һүҙҙәрҙе Шағир, әйтерһең, беҙҙең ирекмәндәргә төбәп яҙып ҡалдырған. Бына улар -–киләсәк кешеләре. Янып эшләй ҙә, ял иткәндә көлә һәм йырлай, һыҡранмай, тынғы белмәй алға ынтыла. Күңелдәре халыҡ ғәме менән тулған. Татьяна Шорскина бер һөйләшкәндә (волонтер тип, иң күбе ул саба): ҡай саҡ ниндәйҙер инәйгә бараһың, ә ҡулда бер ни юҡ, уңайһыҙ, магазинға кереп, үҙ аҡсама сәскәләр алам.
Йәнен, тәнен биреп эшенә мөҡиббән киткән кешеләргә быйыл уғата ауырға тура килде. Коронавирус. Ирекмәндәргә көлөп-йырлап ял итергә форсат та әллә ни юҡ – Яңы йыл байрамдарында ла улар ҡул ҡаушырып ултырманы, мохтаждар янында булды. Батырға ла ял кәрәк – кисә улар киноға барған. Фильмдың исеме лә волонтерҙар рухында - Ут. Себерҙә бер йылы булған ҡот осҡос янғын тураһында, кеше батырлығы хаҡында. Был кинонан ирекмәндәр үҙҙәренә өҫтәмә көс, илһам алып сыҡҡан, фиҙаҡәрлектәре артҡан.
Халыҡ ғәме менән тулып,
Үҙ ҡайғыһын
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп, артабан киткәндәр.