Мораптал ҡатындары, йыйылып, хәс тә боронғо фәйәсүфтәр һымаҡ, баш ватҡандар: нисек итеп йәш ҡалырға була? Дискуссия оҙаҡҡа киткән, кемдер спорт менән шөғөлләнһәң, йәш ҡалаһың тигән, кемеһелер яратҡан шөғөлөң булһа, һәйбәт тигән, кемдер асыуың килгән ваҡытта ла гел йылмайып йөрөһәң, мәңге ҡартаймайһың тип раҫлаған, бәғзеһе, ирең һәйбәт булһа, гел йәш көйө йөрөһөң тигән.