"Айыҡ ауыл" - ул йырлап-бейенең дә, киноға төштөң дә, бөттө түгел, Айыҡлыҡ - йәшәү нормаһы, тимәк, йәшәйештең барлыҡ тармаҡтарын да үҙ эсенә ала. Яҡут ауылы уңғандары, Айыҡ ауыл брендын яулап алғас, йәнә бер шәп эш башҡарайыҡ тигәндәр ҙә, битлек тегергә булғандар. Донъяла кейем-һалым теккән төрлө шәп фирмалар бар Адидастыр, Пумалыр, Найктыр ә быларҙың ЯҠУТ тип аталасаҡ. Йәл бына, удмурттар битлектән баш тартҡан, юҡһа, улар битлекте мотлаҡ Яҡуттан килеп алыр ине.