Все новости
Ижтимағи тормош
16 Февраля 2021, 11:09

Битлек тә кәрәк, юрған да мөһим

Яҡут ауылы быға тиклем дә әүҙем ине, әле бөтөнләй активлаштылар, бер көн дә тик торғандарын күрмәҫһең, әллә "Айыҡ ауыл"да ҡатнашыуҙары шулай дәртләндерҙе. #Яҡут#Айыҡауыл#Юшатыргазета

Кисә Яҡут китапханаһында "Күңел нуры" түңәрәгенә йөрөгән ҡатын- ҡыҙҙар йыйылышҡан. Бик матур итеп төрлө ҡорама ҡалдыҡтарынан тегелгән "Ҡорама юрған" өлгөһө тегеп ҡараған. Быға тиклем битлек тегеп ҡаранылар - бик шәп килеп сыҡты битлектәре, әле, дөрөҫ булһа, сит илдән дә ҡыҙыҡһынғандар икән: күмәртәләп һатып алып булмаймы һеҙҙән?
Ҡорама тегеү борондан килгән бик файҙалы шөғөл, ти яҡуттар, кисә йыйылышҡандарында төрлө әңгәмәләр ҡорғандар, әңгәмә менән бергә ҡорама ла ҡоролған. Шулай уҡ Изге Вәлентин көнөнә үҙ ҡулдары менән йөрәк яһарға өйрәнгәндәр. Был йөрәктәрҙе кемгә бүләк иткәндәр? Быныһы ҙур сер. Кемде һөйгәнең тураһында бөтәһенә лә һөйләргә ярамай - күҙ тейә.
Читайте нас: