Зиннур бабайға 88 тулған, ситкә китеп торғанында, түҙмәй, Ҡаҙармама ҡайтам ти ҙә тора. Унда үҙенең донъяһы, таныш йөҙҙәр, күңелгә бәләкәстән таныш тәмле һауа. Һәм баҡсаһы. Нимә генә үҫмәй унда. Балалары сәсеп этләнмә, барыһын да үҙебеҙ бирәбеҙ ҙә баһа тиһәләр ҙә, үҙенекен ҡуймай - ауылда йәшәп тә нисек инде баҡсаһыҙ йәшәргә? Артабан да үҙең сәскәнде ашап, тыуған ереңдә, сәләмәтлектә оҙаҡ итеп йәшәргә булһын, Зиннур бабай.