Все новости
Ижтимағи тормош
27 Февраля 2021, 16:17

Әйткән һүҙ- атҡан уҡ

Көн хәтәр бөгөн. Инде нисәнсегә юлдарҙы яптылар -бәләһенән баш-аяҡ. Өйҙә генә ултырығыҙ. Кемдер юлға сығыу түгел, өйҙән дә сығырға шөрләп ултыралыр, Яҡут ауылымы һуң ерле юҡҡа ыжлай торған халыҡ? Уҡтан атыу буйынса ярыш була тинеләрме - тинеләр, әйткән һүҙ - атҡан уҡ, таш яуһа ла үткәрә улар - ятып ҡалғансы атып ҡал.. Һәм үткәрҙеләр, аттылар ҙә. Яҡуттарҙың еңмешләнгәнен күргәс, район башлығы ла өйҙә генә түҙеп ултыра алманы - килде. https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_45441#Айыҡауыл#Яҡут#Куюргазинскийрайон#Юшатыр

Беҙ, ҡыҙғанысҡа, нисек кенә был байрамды күрергә теләһәк тә, бара алманыҡ. Ҡурҡыуҙан түгел, һыуыҡ бүлмәлә ултырып, тымау тейҙе, шунан ҡотола алған юҡ.
Сара тураһында материал тулыраҡ киләһе һанда була.
Читайте нас: