“Айыҡ ауыл» конкурсы барғанда уның һәр аҙымын яҡтырта, күҙәтә барҙыҡ – Ҡаҙ өмәһе, былай ғына һуғым һуйыу, тағы әллә күпме уйын-саралар, телевидение, өй беренсә ғаиләләрҙе ҡарап йөрөү... Бына бөгөн кульминация – Өфөлә абруйлы жюри янына барып баҫтыҡ. Баҫтыҡ тип, беҙ түгел инде, райондан тулы бер делегация китте – Юлай Ильясов алдан үҙе бара. Башҡа райондарҙан башлыҡтың үҙенең ҡыҫылып йөрөгәне күренмәгәйне, Юлай Талха улы өсөн был бәйге ныҡ мөһимдер: кемдекеләр эсмәй – уныҡылар эсмәй.
Кейенеп-яһанып, шулай итеп, жюри ҡаршыһына баҫтыҡ. Юлай Ильясов йыр һуҙҙы:
- “Ермолай ул бит ул Йыр малай», - тип, “Вдоль по питерской» көйөнә, йыр һуҙҙы. Йырлауы дан килеп сыҡты, Шаляпиндан ҡалышманы.
Жюриның иҫе китте, быныһы ярар, шәплегебеҙҙе үҙебеҙ ҙә беләбеҙ, жюри өҫтәле артында ултырған район Советы рәйесе, Ҡоролтай президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев та бар, ул да коллегалары ҡолағына Яҡут ауылы тураһында бер-ике йылы һүҙ әйтер тип тә өмөтләндек.
Конкурс тамам, һөҙөмтәне көтәһе генә ҡалды, ышанабыҙ: беҙҙекеләр еңеүһеҙ ҡалмаҫ, ерле юҡҡа уларҙы Яҡут тимәгәндәр ҙә.
Тәъҫораттар тураһында киләһе һанда яҙабыҙ.