Ижтимағи тормош
17 Марта 2021, 10:53

Эттәр, автобус, автолавка, вакцинация...

Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов бөгөн сираттағы тапҡыр халыҡ менән һөйләште, интернет аша.Тәүге һорау, билдәле, коронавирусҡа ҡағылды. Халыҡҡа прививка яһатыу – төп маҡсат. Районда 629 кеше привика яһатҡан да инде, вакцина һалам тип, табиптар ауылдарға үҙҙәре йөрөй, бөгөн Таймаҫҡа барғандар, мәҫәлән.

Берәҙәк эттәр – ғүмере бөтмәҫ тема. Ермолаевола бер һарыҡты тамаҡлағандар, кемдеңдер һарайына кереп, йорт ҡуянын ашағандар. Берәҙәк эттәрҙе чипировать итеү менән генә проблема хәл ителмәй, башҡа юлын һайларға кәрәк.
Молокан менән Ҡунаҡбайҙа фельдшер юҡ, исмаһам, ике ауылға бер фельдшер булһа ла шәп булыр ине. Баш табип Олег Астахов: йөрөмәгән ер ҡалманы, береһе лә ауылға ҡайтырға теләмәй тип, ҡулдарын йәйҙе.
Сүп ташыу буйынса һорауҙар күп, һорауы ниндәй булһын – ниңә хаҡты ҡайырып алаһығыҙ, йәшәр әмәл ҡалманы тиҙәр. Ҡағиҙаләр юғарыла хәл ителгән, хаҡтар билдәләнгән, беҙ нимә эшләйек, түләйһегеҙ инде, - булды яуап.
Инвалидтарға буш дарыуҙар килеп етмәй икән, беләбеҙ был проблеманы, тиҙҙән хәл ителер, тип тынысландырҙылар ғәриптәрҙе. Поликлинкала этеш тә төртөш, халыҡ күп. Ҡалайтайыҡ, кәрәк ваҡытта ғына килегеҙ тип әйтеп ҡарайбыҙ кешегә, юҡ, алдан килә лә баҫалар, шунан китә һыу буйы сират, тип барыһында ла кеше үҙе ғәйепле тип ҡуйҙылар.
Ермолаевола гинеколог юҡ, был да кадрҙар мәсьәләһе, юҡты ҡайҙан алайыҡ, Күмертауҙан Ермолайға аҙнаһына бер килеп китә, шуның менән биғәйбә.
Бассейн ҡасан төҙөлөп бөтә, шуны төҙөйбөҙ тип, хоккей коробкаларын һүтеп ырғыттығыҙ, хәҙер ни бассейн юҡ, ни хоккей уйнарға урын юҡ. Бассейн тураһында ла күп әйттек, апрелдә яңы подрядсыға конкурс була, быйыл эште бөтөрбөҙ, - был һорау менән дә башты ҡатырып бөттөләр, яуап элеккесә яңғыраны.
Яңы Таймаҫҡа ҡасан яңы ФАП була, әллә нисәнсе тапҡыр ошо һорау күтәрелде, яңы ФАП килеп етәме-юҡмы берәй ҡасан? (был турала материал киләһе һанда була)
Ауылдарға автобус йөрөмәй ҙә баһа, йәйәү тәпәйләргәме беҙгә ҡалаға? Барлыҡ маршруттарҙы Башавтотранс алып бөттө, хәҙер өлгөрмәй, файҙаһыҙ булған ерҙәргә йөрөмәй ҙә.
Ҡансыраға автолавка кәрәк, магазиныбыҙ юҡ - ярар, эшҡыуарҙарға әйтербеҙ
Әле генә тамам булды һөйләшеү. Һорауҙар булды, яуаптар ҙа булды. Киләһе осрашыуға тиклем һорауҙар әҙерләргә ҡушылды, яуаптар йәнә булыр.
Читайте нас