Ижтимағи тормош
30 Марта 2021, 03:44

"Китаптарҙа ҡунаҡта"

Иң күп китап уҡыусыны билдәләп үтеү, балаларға ҙур сәм өҫтәне, шулай ҙа конкурс иң алдынғыларҙы билдәләп үтте: 1 урын Динислам Ялсыҡаев, 2 урын - Һөйөндикова Әминә, 3 урын- Габбасова Даяна.

Март айының аҙаҡҡы аҙнаһында, Балалар китабы аҙнаһы гөрләп уҙҙы!
Беҙҙең Яҡут ауылы китапханаһыла ситтә тороп ҡалманы!
Балалар килеүенә китапханасыбыҙ Таңһылыу Исламғолова китапхананы байрам төҫөнә керетеп өр яңы китаптар менән күргәҙмәләр яһап биҙәгәйне.
Китапхана ла көн һайын тип әйтерлек балаларҙың күңелле тауыштары өҙөлмәне.
Баларға ҙур терәк булып, китапхананың ҙур ярҙамсыһы Гөлшат Яматова мәктәптәге ауыр эш көнөнән һуң китапханаға ашығып килеүҙәре ҙур тәрбиәүи аҙым тип әйтке килә.
Китапханасы балаларға бик ҡүп мәғлүмәттәр еткерҙе был көндәрҙә: Китаптарҙың да кешеләрҙеке кеүек үҙҙәренең байрамдары була. Был байрам китаптарҙың ғына байрамы түгел, ошо китаптарҙы яратып уҡыған балаларҙыҡы ла китап уҡыған ололарҙың да байрамы. Был байрамдың тәүге көнөндә алыҫ һуғыш йылдарын иҫкә алып үттеләр балалар. Ниндәй ауыр һуғыш йылдарындала, балалар ас яланғас колонный залға йыйналышып ҙур байрам үткәреуе, ошо байрамды ойоштороусы яҙыусы Лев Ҡассиль балаларҙы ҡаршы алып, хәрби кейемдә сығыш яһауы балалар өсөн бик фәһемле, ҡыҙыҡлы тарих менән танышыу булды.
Һәр көн һайын үткән әҙәбиәт сараларына айырым исемдәр биреп, бик матур байрамдар уткәрелде "Китап биттәрен ата- әсә" тип исемләнгән викторинаға, уҡыған китаптан яуаптар биреү бигерәк ҡыҙыҡлы үтте.
"Китаптарҙа ҡунаҡта" тип исемләнгән сарала, төрлө әкиәттәр уҡып, яратҡан шиғырҙарын уҡып, балалар төрлө бүләктәр алып китапхана аҙнаһы менән хушлашты, әлбиттә каникулға үҙҙәренә уҡырға китап алдылар.
Иң күп китап уҡыусыны билдәләп үтеү, балаларға ҙур сәм өҫтәне, шулай ҙа конкурс иң алдынғыларҙы билдәләп үтте: 1 урын Динислам Ялсыҡаев, 2 урын - Һөйөндикова Әминә, 3 урын - Габбасова Даяна.
Һәр бер сараһын ентекләп ойошторғаны өсөн ата- әсәләр исеменән Таңһылыу Исламғоловаға ҙур рәхмәт.
Әбйәлилова Роза, Яҡут ауылы
Читайте нас