Юшатыр
+16 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Ижтимағи тормош
9 Апреля 2021, 03:59
Яҡуттарға һыу кәрәк
- Ҡапыл ғына әйтер һүҙ ҙә табып булмай, хистәргә ныҡ тулышып ҡайттыҡ. Ярты йыл буйы көнө -төнө әҙерләндек, хатта йоҡламаған саҡтар ҙа булды. Әйткәндәй, һеҙгә лә рәхмәт, "Айыҡ ауылды" гел яҡтыртып барҙығыҙ.
Маҡсат - беренсе өслөккә эләгеү ине. Баймаҡтар менән ярышыу, ай-һай, улар былтыр ҙа ҡатнашып, икенсе урынды алғайны, көслөләр. Шулай ҙа маҡсатҡа ирештек: беҙ - икенсе. Кисәге сара бик күңелле атмосферала үтте, коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашыу, әңгәмәләр... Беҙҙең күргәҙмә иң шәптәренең береһе булды.
Өс миллионды ҡайҙа ҡуйып бөтәһегеҙ? Яҡут аулының иң беренсе проблемаһы - һыу. Улар һыу биреү системаһын яңыртырға иҫәп тота.
Аҙыраҡ тын алайыҡ та, "Айыҡ ауылға" тағы тотонабыҙ. Быйыл райондың бөтөн ауылдарының 70-80% ҡатнашырға тейеш, иң шәбе, әлеге һымаҡ, республикаға сығасаҡ. Кем белә, күмәкләп тырышһаҡ, бәлки, тағы ла еңербеҙ.
Данил Акилов, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары.
Материал тулы килеш бөгөн гәзиттә сыҡты.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"