Ижтимағи тормош
3 Мая 2021, 09:07

Төшкә инә обелиск.

Свобода ауылы хакимиәтенең төн йоҡоһо һуңғы ваҡыт йоҡо һымаҡ түгел - Еңеү байрамы етә, ә Түкәндә яңы обелиск әҙер түгел. Аҙ ғына серем итеп алғанда ла төшөнә шул обелиск инә.

Свобода ауылы хакимиәтенең төн йоҡоһо һуңғы ваҡыт йоҡо һымаҡ түгел - Еңеү байрамы етә, ә Түкәндә яңы обелиск әҙер түгел. Аҙ ғына серем итеп алғанда ла төшөнә шул обелиск инә.
Обелиск әҙер ул, депутаттары Басов эшләткән, бына, урынын рәтләргә кәрәк. Кәртәһе, һөйәлһәң, ауырға тора, шуны яңыртырға. Быныһына тотондолар, унан тыш ҡырсыны кәрәк, башҡаһы. Барыбер өлгөртәм тип тырышалар, ауыл башлығы ла: олатайҙар ана ниндәй дошманды еңгәнде инде, нимә беҙгә обелиск, өлгөртәбеҙ уны, ти. Шулай ҙа төн йоҡоһо саҡ ҡына тынысһыҙыраҡ: төшкә обелиск инә.
Читайте нас