Ижтимағи тормош
10 Мая 2021, 05:46

Рәмилә лә шәп, Әлфиә лә шәп - бөтәһе лә шәп

Зәк-Ишмәттән барлығы 182 кеше фронтҡа киткән, уларҙың 80-не генә Зәген ҡайтып күрә алған.

Һуғыш тамамланыуға әллә нисә тиҫтә йыл үтһә лә, был ваҡиға Зәк-Ишмәт тәнендә, йәнендә мәңге уңалмаҫ яра. Йыл әйләнәһенә онотҡандары юҡ - ни өсөн, кем арҡаһында беҙ бөгөн йәшәйбеҙ, анау тауҙарҙы, урмандарҙы күрә алабыҙ.
Еңеү көнөнә инде, зәктәр айырыуса етди әҙерләнә. Ауылдың иң өлгөр ҡатындары силсәүиттең иң шәп ярҙамсылары, ойоштору эшендә тәжрибә күп, аш-һыуға ла оҫталар. Кемдер: эшләйһең-эшләйһең, күрмәйҙәр ҙә, маҡтамайҙар ҙа тип әйтергә ярата. Зәктә улай түгел, барйам үтеп китеү менән әйтә лә һалдылар: Рамилә менән Әлфиә шәптәр ҙә инде. Беҙ быға өҫтәп шулай тиер инек: бөтәгеҙ ҙә шәп, яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, ауыл үҙе шулай әүҙем булғанға сараларығыҙ ҙа шәп үтә.
Читайте нас