Беҙҙең уҡытыусылар яңыраҡ Ырымбурға сәфәр ҡылған. Баҙарға бармағандар инде, экскурсияға. Профсоюз да булған мал, тип әрләргә яратһаҡ та, әле тап педагогтар профсоюзы биргән путевканы. Гел дәрес тә мәктәп тип йәшәп булмай, барығыҙ, донъя күреп, елләнеп ҡайтығыҙ. Теге саҡ уҡытыусыларҙың ярышы булғайны бит, унда йырлағаны йырланы, бейегәне -бейене, өзләгәне- өзләне тигән кеүек, матур концерт ойошторғайнылар. Оҫталыҡтары бик булмағаны залдан ғына ҡул сапты. Шул тамашала шәп сығыш яһанығыҙ тип, профкомдары Ырымбурға экскурсияға ебәргән. Бик күңелдәре булып ҡайтҡан уҡытыусыларҙың, профкомдары А. Самсоненкоға рәхмәт әйтә, взностарҙы юҡҡа йыймайһығыҙ икән, ҙур рәхмәт.