Ижтимағи тормош
20 Мая 2021, 05:58

Хатта йыһанға һыймай

Ҡатын-ҡыҙ бәхетенең сиктәре бармы икән? Юҡтыр. Ниндәйҙер бер территорияға ғына һыйып ҡала буламы ни бәхет, ҡатын бәхетле икән, уға хатта йыһан да тар.

Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы тип аталған форум була. Әле башланды инде ул. Данил Акилов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, белдереүенсә, бында ҡатнашыусыларҙың 90%-ы ҡыҙҙар. Сәскәләр баҡсаһында йөрөгән һымаҡ хис итәм үҙемде, ти. Ирҙәр нимә эшләп йөрөй - һәр район-ҡала делегацияһын урынбаҫарҙар етәкләй, ә был урында күбеһенсә ирҙәр эшләй.
Ҡатын-ҡыҙ бәхетенең сиктәре бармы икән? Юҡтыр. Ниндәйҙер бер территорияға ғына һыйып ҡала буламы ни бәхет, ҡатын бәхетле икән, уға хатта йыһан да тар.
Читайте нас