Ижтимағи тормош
20 Мая 2021, 02:27

Юҡҡа борсолғанбыҙ

Әрләмәгеҙ, Яҡшымбәт ҡарағайҙары тураһында йәнә яҙабыҙ. Түшәктә ятҡанда ла, уларҙы онота алмай, уйланып ятабыҙ, нисек икән унда ағастар?

Испания һынлы Испаниянан килгән аҡсаларға алынған ағастар ҙа улар - бындай хәл булһа ла, Яҡшымбәттә генә булыр. Ниңә тап ошо ауылда? Билдәле шәхестәре күп (кисә, ана Марат ағай Аҙнабаев исемендәге пионер отрядына яңы ағзаларҙы ҡабул иттеләр - ауылдаштары һәр шәхесенең ҡәҙерен белә, хөрмәт итә), билдәлеләре һәр ауылда барҙыр, уларҙың ҡайһы берҙәренән ҡулъяулыҡ та һорап алып булмай, быныһы ла хаҡ, тик Яҡшымбәт был яҡтан уңды, үҙҙәренә, аҡмаһа ла, тамып тора.
Тамып тора тигәндән, әлеге ағастарға кисә йәнә һыу һипкәндәр. Клуб хеҙмәтҡәрҙәре. Ниндәй эште эшләһә лә, кеше музыка ҡуя, йә машинаһындағы магнитоланы ебәрә, йә йортонда магнитофон ҡабыҙа, бик булмаһа, наушник кейеп йөрөй. Йыр тыңлаһаң, эш шәберәк эшләнә. Яҡшымбәттәр тере музыканы ярата, кисә һыу һипкәндәрендә, ҡурайсы ағайҙар ҡурай тартып торған. Ҡарағайҙар ҙа тере йән, матур моң аҫтында улар шәберәк үҫә.
Төн йоҡоһон боҙоп, ағастар тураһында борсолоуыбыҙ бушҡа булған - ҡарағайҙар үҙҙәрен һәйбәт тоя - тамырҙарын йылы йомшаҡ һыу һуғара, ҡолаҡтарын классик музыка иркәләй.
Читайте нас