Кисә Көйөргәҙе районының бер төркөм апайҙары Торатауға барған. Бынау эҫелә өйҙән башты ла сығарғы килмәй ултырыр мәл кеүек, ҡайҙа, беҙҙең дәртле апайҙарҙы тотоп тороп буламы? Башҡортостандың иң гүзәл тауҙарының береһе -шихандың мөғжизәһен үҙ күҙҙәре менән күреп, ҡулдары менән тотоп ҡарағандар.
Нимә әйтәһең, афарин, ҡыҙҙар, дәртле тормошоғоҙ оҙон-оҙаҡҡа һуҙылһын.