Беҙҙә, шөкөр, ирҙәр ҡороп бөтмәгән. Бая залға килеп кергәс тә, унлап кеше араһын күҙҙәр ҡапшаны: ҡайһыһы иң шәбе? Күҙебеҙ берәүгә, икәүгә төштө, ҡысҡырып әйтмәнек, беҙҙең сама самаға тура килде: Көйөргәҙе районы Ирҙәр ҡоро рәйесе итеп Яңы Таймаҫтан Раил Араптанов һайланды. Раил Рамаҙан улының ҡулынан да килә, теленән дә (ойоштороу һәләте көслө), аш-һыуға ла оҫта, көрәк-балтаға ла. Ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ.