Ижтимағи тормош
6 Сентября 2021, 10:58

Йән табиптары

Китап. Күптәрҙең шулай булғандыр, ниндәй генә ауырлыҡ булмаһын, китап уҡыһаң, еңелерәк булып китә. Әҫәр геройҙары һиңә көс өҫтәй, кәңәш бирә, әллә ҡасандан бирле таба алмаған һорауға яуап та таба ала. Беҙҙең халыҡ борондан, шуға ла, ныҡ ҡәҙерләгән китапты, хатта мейсекә яғырлыҡ нәмәһе булмаһа ла, китапты утҡа тыҡмаған, гонаһ тип күргән был ҡылыҡты. 

Йән табиптарыЙән табиптары
Йән табиптары

Шулай булғас, бөгөн китапханасыларҙың баһаһы ҙур, табиптар кеүек үк, әле иң кәрәкле кешеләр, йәнде дауалаусылар. Бөгөн улар район үҙәгендә бергә йыйылды, һөйләшәһе һүҙҙәр күп, китапхана хәлдәре, башҡа ойоштороу эштәре (ауылда ниндәй сара булһа ла, кем йөрөй тиһәң, китапханасы йөрөй). Үҙегеҙҙе лә тән сирҙәре лә, йән сирҙәре лә аралап үтһен ине. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас