Спорт майҙансығын асып хәл бөткәс, тамаҡ ялғарға тип, ауыл башлығы сәйгә саҡырҙы. Табын артында күңелле генә хәбәрҙәр һөйләргә ине лә, Нурия Шәрипова һаман шул эшенән айырыла алмай.
Покровкаға һыу үткәрергә кәрәк, Бахмуттағы мәктәп кәртәһен яңыртырға ине иҫәп, Баянда сүплекте юҡ иттек, халыҡ, мине тыңлап, унда бүтән ҡый ташламаһа ярар ине, Яманһарылағы сүплек тә оло бәлә, уны йыйыштырып бөткәнсе....
Эш бар икән, тимәк, тормош та бара. Нурия Нуриман ҡыҙының фиҙаҡәрлеген белеп, партия уға аҡса алып килгән - 10 мең һум. Һәйбәт эшегеҙ өсөн, - тине Зифа Зим ҡыҙы, - тағы ла һәйбәтерәк эшләһәгеҙ, партия тағы ла күберәкте бирер..