Ижтимағи тормош
18 Октября 2021, 06:18

Сер

Серҙәр илендә йәшәйбеҙ. Нимәгә төртөлмә, барыһы ла сер ҡапсығына бикләнгән, хатта премия биреү ҙә серле һандыҡта ята - ят күҙ-ҡолаҡ булмаһын, белеп-күреп ҡалмаһындар. https://youshatir.ru/articles/izhtima-i-tormosh/2021-10-15/bikbay-tyu-an-ere-talanttar-a-bik-bay-2548561

СерСер
Сер
Бөтөн премиялар менән дә былай түгел, мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Нобель премияһын бирҙеләр - шунда уҡ бөтөн донъя белде кем алғанын, әле приз бирелмәгән, ә халыҡ кем лауреат икәнен белә. Унан алда Гремми музыкаль премияһы ла бирелде, Иманбәк алды, шул төндә үк барлыҡ Ҡаҙағстан ғына түгел, Ер шары белде был турала, Иманбәк оҙаҡ ваҡыт үткәс кенә был премияны ҡулына тотто.
Былары донъя кимәлендәге хәлдәр, беҙҙә башҡасараҡ. А. Нобель түгел, Баязит Бикбай премияһы тураһында һүҙ бара бит, халыҡ был турала алдан белмәҫкә тейеш, премияны алған ваҡытта, лауерат аһ итеп ауып китерлек эффект булмай. Етмәһә, төрлө инагенттар менән донъя тулды, комиссия араһына дошмандар кереп, "хәрби" серҙе фаш итеп ҡуймаһын. Ултырыш булыр алдынан бөтөн тишек-тошоҡто ла тикшереп сыҡҡандар тиҙәр, тыңлай, видеоға яҙа торған аппарат ҡуймағанмы берәйһе? 
Ошолай тейешкәндәр райондың китапты иң күп уҡыған, әҙәбиәт диңгеҙендә тәрән йөҙгән комиссия ағзалары. Һәм премияны хәл иткәндә сер итеп кенә, бер-береһенең ҡолағына бышылдап ҡына әйткәндәр. 
Унар меңде өс кеше ала, береһе генә (барлығы 4 кандидат булған, Нобель премияһына 329 кеше дәғүә итә ине) премияны алмай, Маҡтау ҡағыҙы менән мөрхәтһенәсәк. Хәйер, былары сер, әйтмәй торабыҙ, юҡһа, шпионлыҡта ғәйепләп ҡуйыуҙары бар.   
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас