

Хакимиәт вәкилдәренән тыш, полиция, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән дә кешеләр булған. Олег Фролов "Миңә актив кешеләр менән осрашыу һәр саҡ ҡыҙыҡлы" тигән ошо күрешеүҙән һуң, тик үҙенең биргән мәғлүмәте ҡойто: осраштыҡ, һөйләштек, хушлаштыҡ.
Аҡһаҡалдарҙы борсоған иң төп һорау "Ниңә кешеләргә көсләп вакцина яһайҙар, ә яһамағандарын эштән ҡыуалар" булған. Һорауға яуапты таба алмағандар - бер ай эсендә яҙма рәүештә яуап бирербеҙ тигәндәр.
Оло кеше сыҙам була, өтәләнеп бармай, яуапты көтөп алырҙар. Йәштәргә генә ауырыраҡ, уңарсы, укол ҡаҙатмаған өсөн, эштән ситләтмәһәләр.