Все новости
Ижтимағи тормош
5 Декабря 2021, 11:46

Әйҙә, аптыраһындар

Луиза Сарыхан:- И что бухать перестали

Әйҙә, аптыраһындар
Әйҙә, аптыраһындар

Нимәгә тотонма, мотлаҡ мыйыҡ аҫтынан ҡына көлгән, төрттөргән кемдер килеп сыға. Айыҡ ауыл менән дә шулай, был конкурс киң йәйелеп китте, Йомағужалар ҙа кемдән кәм, улар ҙа ҡатнашырға йөръәт итте. Йә. йә, тырышып ҡарағыҙ, нимә килеп сығыр икән, тип был эште шик аҫтына ҡуйысылар, әлбиттә, табылды. (Өҫтә яҙылған коммент тап Йомағужаға төбәп әйтелгән).  

Конкурста ҡатнашыр булғас, һәммәһе йыйылып, барыһын уртаға һалып һөйләшеү үткәргән. Өй беренсә барлап сыҡҡандар, кире һәм ыңғай яҡтарҙы мейенән үткәргәндәр һәм һығымтаға килгәндәр: Йомағужа - Айыҡ ауыл тигән исемде йөрөтөргә лайыҡлы. Ҡатнашырға кәрәк, эскән-ниткәне булһа, ундайы мотлаҡ бөгөндән башлап рюмканы ситкә этергә тейеш - шикләнеп ҡараусыларға ҡарышып, юрамал шулай эшләргә кәрәк- әйҙә, аҙаҡ аптыраһындар: былар ысынлап та перестали икән,  бик айыҡ халыҡ икән! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: