Ижтимағи тормош
9 Января 2022, 06:26

Каникулдар шәп үтә

Яңы йыл каникулдары Яҡут ауылында матур үтә. "Йәшлек" сәләмәтлек һәм ял паркында быйма менән урамдар араһында хоккей ярышы булып үтте.

Каникулдар шәп үтәКаникулдар шәп үтә
Каникулдар шәп үтә

3 команданан торған ярыш бик сәмле барҙы. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға 7 йәш булһа, иң олоһона 64 ине. Ауылыбыҙҙа сәләмәт тормошто үҙ иткән улдар һәм ҡыҙҙар үҫә, был оло шатлыҡ. Оло быуын кешеләре бала саҡтарын иҫкә алып шатланып йәштәр менән бер рәттә көс һынаштылар. Ҡыҙыу уйындан һуң тәмле самауар сәйе һәм тәмлекәстәр менән һәр кем һыйланды.

Бөгөнгө көн хоккей майҙанына килеп уйнаған ауылдаштарыбыҙға афарин тибеҙ👍👍👍 Бөгөнгө турнирҙа 6 йәштән алып 64 йәшкә тиклем ҡатнашыусыларыбыҙ үҙ көстәрен һынаны, бала саҡтарын иҫкә төшөрҙе. Шулай итеп, 1 урын - Баян урамына, 2 урынды Мәсәғот, 3 урынды Гагарин урамы яуланы. Был әлбиттә уйын ғына, сәләмәт бергә ял итеүгә, берҙәм булыуға нимә етә. Иң яҡшы ҡапҡасы тип Фәрит Хәсәнов, шәп һөжүм итеүсе тип Денислам Ялсыҡаев, Нияз Салауатов, Динар Ғәббәсов, Тимур Ҡәҙерғәлиндар билдәләнде. 👍👍

Афарин, Яҡуттар!!!

 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас