

Тәүҙә уҡыусыларыбыҙ Рәмилә апайҙарының иң яратҡан шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр. Бигерәген дә балаларға тыуған ауыл, уҡытыусы, ҡыш миҙгеле, башҡорт теле тураһында яҙылған шиғырҙары оҡшаны. Шулай уҡ кисәгә китапханасыбыҙ Таңһылыу Исламғолова ла саҡырылғайны. Уның башҡарыуында шағирәбеҙ һүҙҙәренә яҙылған, һәүәҫкәр композитор Дамир Солтанов ижад иткән "Гармун моңо" йыры күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Һуңынан һүҙ шағирәнең үҙенә бирелде. Рәмилә апайҙары тыуған мәктәбенә саҡырылыуына ҙур рәхмәтен еткереп, балаларға бала сағы, беренсе шиғыр яҙыуы тураһында ҡыуанып һөйләне. Балалар үҙҙәренең ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр һәм үҙҙәренең дә шиғыр яҙып ҡарау теләктәрен белдерҙеләр. Шағирә апайҙары балаларға үҙенең "Йырлы йөрәк" китабын бүләк итеп, яҡшы уҡыуҙарын теләне. Ҡыҫҡаһы, осрашыу барыһында ла һәйбәт тәьҫораттар ҡалдырҙы, киләсәккә яңы өмөттәр уятты.
Гөлшат ЯМАТОВА, Яҡут ауылы