Ижтимағи тормош
4 Февраль 2022, 03:01

Төшөнкөлөккə бирелмəйбеҙ

Илшат ЗƏЙНƏҒƏБДИНОВ, Зəк-Ишмəт ауыл билəмəһе башлығы:

Төшөнкөлөккə бирелмəйбеҙТөшөнкөлөккə бирелмəйбеҙ
Төшөнкөлөккə бирелмəйбеҙ

- Районыбыҙҙа үткəрелгəн "Айыҡ ауыл" конкурсында инде өсөнсө йыл рəттəн урындар яулайбыҙ, былтыр ҙа икенсе урында булдыҡ, быйыл да, беренселекте йəнə алып булманы, шулай ҙа беҙ төшөнкөлөккə бирелмəйбеҙ, Алла бойорһа, килəһе йылда еңергə тырышырбыҙ. Ауылдарҙы дəртлəндереп торған ошондай конкурстар булыуы бик яҡшы тип уйлайбыҙ. Беҙҙең ауыл халҡы бик дəртле, мəҙəниəт хеҙмəткəрҙəре матур саралар уҙғарып торалар, ауыл халҡы уларҙа əүҙем ҡатнаша, мəктəп, балалар баҡсаһы, китапхана гөрлəп эшлəй, фермерҙарыбыҙ ҙа тырыш, үҙ эштəрен тейешле башҡарып, ауылыбыҙ данын тирəяҡҡа тарата. Бөгөнгө көндə ауылыбыҙҙа етди мəсьəлəлəр юҡ тип əйтерлек, килеп сыҡҡандарын хəл итергə тырышабыҙ, бурандар бик көслө булһа ла, юлдар таҙартылып тора, халыҡ шуға бик ҡəнəғəт.

"Айыҡ ауыл"ға бәйле материалдар бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас