Ижтимағи тормош
6 Февраль 2022, 07:51

Тишек-тошоҡ етерлек

Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы:

Тишек-тошоҡ етерлекТишек-тошоҡ етерлек
Тишек-тошоҡ етерлек

- Район кимәлендә үткән конкурста беренсе урынды яулауыбыҙға бик шатбыҙ, артабан республика этабына үтеү ниәте менән ҡайнаған баш. Унынсы февралгә тиклем конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза ебәрергә, әле бына шуны эшләп йөрөйбөҙ. Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә бик күп саралар үткәрергә уйлайбыҙ. Беҙҙең ауыл биләмәһендә барлығы 32 фермер үҙ эшен алып бара. Алла бирһә, республика кимәленә үтеп, еңеү яулап, грант алырбыҙ тигән өмөттәребеҙ ҙур, сөнки беҙҙә халыҡ әүҙем, берҙәм һәм тырыш. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ ауыл биләмәһендә ямарға тишек-тошоҡтар етәрлек, ә аҡса яғы һай, шуға күрә еңеү яулап, грант менән бүләкләнһәк, ауылға ҙур ярҙам булыр ине.

Айыҡ ауыл сараһына бәйле материалдар гәзиттең йома һанында баҫылды. Фото Башинформдан. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас