Яҡшымбәттәр быйыл райондың иң айыҡ ауылы тигән данды алды, был һәйбәт, әммә аҙ: республикала иң айнығы беҙ тигән исем кәрәк.
Маҡсатҡа табан атлау дауам итә. Кисә ултырыш үткәргәндәр.
- Шулай-шулай, иптәштәр, берҙәмлегебеҙ арҡаһында ҙур еңеү яуланыҡ, артабан да туҡталырға ярамай.
Бөгөн дә булған ултырыш. Ауыл Советы ултырышы. Башлыҡ Юнир Сынбулатовтың йыллыҡ отчеты тыңланған, алға ҡарап, пландар ҡорғандар. Билдәле, иң төп план - айыҡлыҡ буйынса еңеү. Ошолай һөйләшкәндәр: ауыл халҡынан һорарға кәрәк - Яҡшымбәттә бөтөнләй араҡы һатмаҫҡа тигән тәҡдимгә улар нисек ҡарай икән? Һорау үткәрмәйенсә лә (унһыҙ ҙа булмай -тәртибе шул) әйтергә мөмкин: барыһы ла ыңғай ҡарай. Яҡшымбәттә араҡының еҫе лә булмаһын.
P.S. Яҡшымбәттә әле барлығы 3 магазин эшләй, тиҙҙән дүртенсеһе булырға тора - Яҡуп ауылынан бер эшҡыуар асам тип дәртләнгән (Бирһен Хоҙай). Ауылдың магазиндарында, Яҡшымбәт был конкурста ҡатнашҡанса тиклем үк, "шайтан һыуы" бөтөнләй һатылмаған.