Юлай Юныс улы саҡ ҡына борсоулы күренде. Хәл белергә индем, тине. Хәл белеү - хәҙер уныһы ла ҙур ваҡиға, ихлас ҡаршы алдыҡ ағайҙы.
- Йәш бара, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайына икенсе рәйес кәрәк.
Нимә-нимә, беҙ былайҙы уҡ көтмәгәйнек, ҡапыл ғына нимә әйтергә?
- Ҡоролтай ағзаларын йыяйыҡ, улар нимә тиер, күптән күрешкән юҡ, һәр береһенең (улар - 14) эсендә йыйылғаны, фекере барҙыр.
Ахырҙа, яҡын арала йыйылырға булдыҡ. Уңарсы Юлай ағай кандидатура ҡарай тороғоҙ тине. Ауыр һорау, ауыр эш был. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ - рәйес булырлыҡ кеше кем?